Газонмы был?

Быйыл Өфөлә йәшәүселәр газон, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарын ҡалдырған өсөн 30 миллион һумдан ашыу штраф түләгән.
  • Газонмы был?

Улар араһында үҙ йорт ихатаһында автомобилен ҡуйғандар ҙа бар. Машина эшләүселәр урамында йәшәүселәр шулар рәтендә. Бында йәшәүселәр белдереүенсә, район хакимиәте бер-нимә лә үҫмәгән биләмәне газон тип билдәләгән. Ә ысынында улай түгел. Шул уҡ ваҡытта йорт ихатаһында туҡталҡа юҡ, ә машиналар арта ғына бара. Мәсьәләнең айышына беҙҙең хәбәрселәр төшөнөргә тырышты.

Беренсе төркөм инвалиды Сергей Пупонин машинаһын йәшел зонала ҡалдырып, штраф алғас, тимер атын башҡа йорт ихатаһында ҡуймай. Мең ярым һум билдәләгәндәр бит әле. Тик был ерҙе газон тип әйтеп тә булмай.

Машина эшләүселәр урамы 15-се йортта йәшәүселәрҙең һәр береһе тиерлек ихатаны төҙөкләндереүгә зарлана, бигерәк тә машина ҡуйыу урындары булмауға. Закон буйынса йәшелләндерелгән биләмәлә үлән, сәскәләр, ағастар йә үҫентеләр үҫергә тейеш. Шулай уҡ бордюр, йәйәүлеләр йә велосипедсылар өсөн юлдың булыуы мөһим. Калинин районы хакимиәтендә үләндең үҫмәүе унда машина ҡуйырға ярағанлығын аңлатмай, тип белдерәләр. Ә газонда автомобиль ҡалдырыу үҫентеләргә зыян килтерә, тип борсолалар. Йәғни, чиновниктар фекеренсә, техниканы үлән үҫмәгән урында ҡалдырһаң да, биләмә үҙенән-үҙе йәшелләнеп китәсәк. Ҡайҙа логика?

Торлаҡ хужалары билдәләүенсә, 60-сы йылдарҙа төҙөлгән өйҙә автомобиль туҡталҡалары ҡаралмаған. Тик, мәсьәләне штрафтар системаһы хәл итмәйәсәк.Сюжет әҙерләнгән ваҡытта ла 25-се Торлаҡ-эксплуатация идаралығы яуап бирмәне. Халыҡ ни өсөн тап улар туҡталҡаларҙы эшләү өсөн аҡса түләргә тейеш, тип аптырай. Сөнки, машиналарын бөтәһе лә ҡалдыра. Юрист Надежда Крылова һүҙҙәренсә, автомобиль туҡталҡалары мәсьәләһе күптән килә. Тик 2024 йылда ғына илдә махсус юл картаһын төҙөгәндәр.

Белгестәр билдәләүенсә, туҡталҡа урынына штраф алған автоһәүәҫкәрҙәр бындай осраҡта судҡа мөрәжәғәт итә ала. Күҙәтеү органдарына йә район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү ҙә ярҙам итергә мөмкин. Әммә, әгәр тимер атығыҙҙы ысынлап та газон өҫтөндә ҡалдырһағыҙ, бының өсөн яуап тоторға тура киләсәк.