1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла. 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһындағы закон ҡабул итә, уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, рәсми символдарҙың береһе — яңы флаг раҫлана. Рәссамдар араһында иғлан ителгән конкурста Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина эшләгән флаг өлгөһөнә өҫтөнөлк бирелә. Башҡортостандың флагы йәшел — азатлыҡ, аҡ – тыныслыҡ һәм сафлыҡты аңлатҡан төҫтәрҙән тора. Ете таждан торған ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө
Ул 2002 йылдан алып билдәләнә.







