«Хәрбиҙәребеҙҙең, спортсыларыбыҙҙың ҡулдарында, халыҡ-ара сараларҙа — ул республиканың символы, беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштереүсе символ. Милләткә, дингә, һөнәргә ҡарамаҫтан, беҙ барыбыҙ ҙа ҙур республиканың һәм бөйөк илдең бер өлөшө. Тарихыбыҙ, маҡсаттарыбыҙ һәм ҡиммәттәребеҙ уртаҡ. Был ҡиммәттәр беҙгә алға барырғә энергия бирә. Барыһын да байрам менән», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.







