Был турала республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Республика башлығы ситуация үҙәгенең эшен ойошторорға ҡушты. Уның телефоны 8-347-218-19-19. Шулай уҡ Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге сауҙа вәкиле Роман Громовҡа ла 8-919-619-99-90 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Америка Ҡушма Штаттары, Израилдең Иранға һөжүме арҡаһында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ҡалған яҡташтарыбыҙға ярҙам ҡулын һуҙыу мотлаҡ.
Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ла Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге яҡташтарыбыҙ менән бәйләнештә.







