Был турала ул Хөкүмәт ултырышында белдерҙе. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре аэропорттарынан Өфөгә рейстар әлегә кисектерелә килә.
Бер рейс 3 мартта төнгө өстәрҙә Өфөгә килергә тейеш ине. Ләкин осош ваҡыты тағы күсерелде. Шулай итеп, Дубайҙан Өфө аэропортына рейстар көтөлмәй. Шарджанан самолеттар менән дә шундай уҡ хәл.
28 февралдән һуң Америка Ҡушма Штаттары һәм Израилдың Иранға һөжүме арҡаһында Яҡын Көнсығышта авиабәйләнеш туҡталды. Рәсәй туристары илгә ҡайта алмай – Дубай, Абу-Даби һәм Шарджа аэропорттарында ғына 3 мең 400 ашыу рейс кисектерелде. Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, Яҡын Көнсығыш илдәрендә әле Рәсәйҙән кәм тигәндә 52 меңгә яҡын турист булыуы ихтимал. Һауа транспорты агентлыҡтары ассоциацияһы етәксеһе Дмитрий Горин һүҙҙәренсә, тәүлегенә 3-4 мең пассажирҙы алып ҡайтҡан осраҡта ла, был эш ике аҙнаға һуҙылыуы ихтимал.







