Театр яҙы

Туғыҙ йыллыҡ тәнәфестән һуң Башҡортостанда «Театр яҙы» Республика фестивале башлана.
  • Театр яҙы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сараға бәйле матбуғат конференцияһы үтте. Осрашыу төбәктең театр эшмәкәрҙәрен берләштерҙе. Фестивалдә республиканың алдынғы театр коллективтары ҡатнаша, улар һуңғы ике миҙгелдәге иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ, унда ҡаҙаныштарҙы байҡау ғына түгел, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ эшләйәсәк. Заманса театр технологиялары, сәхнә телмәре, мәҙәниәттә маркетинг һәм яһалма интелектты файҙаланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ йәш белгестәр өсөн лабораториялар ҡаралған.

Театр эшмәкәрҙәре Союзының профессиональ премияларын тергеҙеү ҙә мөһим ваҡиға буласаҡ. Фестивалде Асыу тантанаһы 20 мартта башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үтә, ә лауреаттарҙың исемдәре 27 мартта, халыҡ-ара театр көнөндә, М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында иғлан ителәсәк.