Спектакль Башҡортостандың халыҡ артисы Дамира Сәйетованың юбилей бенефисы. Уның режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Һәм атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев. Гөлфиә Мәҡсүтова — премьера хаҡында.
Спектакль быуындар бәйләнешен һүрәтләй, төрлө йәш төркөмдәренең мөхәббәтте ни тиклем төрлөсә ҡабул итеүен күрһәтә. Йәштәр уны дәртле итеп күрә, ә өлкән быуын уны тыйнаҡ һәм наҙлы итеп ҡабул итә. Төп ролдәрҙең береһен Башҡортостандың халыҡ һәм Татарстандфң атҡаҙанған артисы Дамира Сәйетова башҡара. Әйткәндәй, был спектакль уның көҙөн буласаҡ бенефисына әҙерлек тә булып тора.
Башҡортостандың халыҡ артистары Рушат Мөҙәрисов әйтеүенсә, спектакльдә күтәрелгән темалар әле лә көнүҙәк.
Тәжрибәле артистар менән бер сәхнәлә, йәштәр ҙә бар. Азалия Мөхәмәтшина театрҙа икенсе йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, сәхнәлә үҙ урынын тапҡан. Был ролде унан тыш тағы ике йәш актриса башҡара.







