Пекинда үткән Олимпия уйындарының өс тапҡыр бронза призеры Эдуард Латыпов Альфа-Банк Берләшмә Кубогына эйә булды. Елизавета Бурундукова йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында спринтта Башҡортостан тарихында тәүге алтын миҙал яуланы һәм Берләшмә Кубогының яңғыҙ эстафетаһында еңеүсе булды. Юниорҙар Даниил СГИбнев һәм Юрий Иванов та һынатманы ти төбәк етәксеһе. Республика Башлығы биатлон һөйөүселәрҙе яҡшы миҙгел менән ҡотланы, ә спортсыларға яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар теләне.
Биатлон миҙгеле Башҡортостан көйәрмәндәрен яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡыуандырҙы
Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.







