Республикала "Йәйәүле" профилактик операцияһы дауам итә

Уның сиктәрендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иң күп юл-транспорт ваҡиғалары теркәлгән юл киҫелештәре һәм зебралар янында дежур итә.
  • Республикала "Йәйәүле" профилактик операцияһы дауам итә

Дим биҫтәһенең Хәҡиҡәт урамында инспекторҙар бер-нисә минут эсендә генә тиҫтәләгән йәйәүлене административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы. Дәүләт автоинспекцияһы вәкилдәре тороуына ҡарамаҫтан, кешеләр ҡурҡмай билдәләнмәгән урындан юлды сыға. Операция барышында велосипед һәм самокаттар менән йөрөгәндәргә лә иғтибар бүленә.

28 мартта Башҡортостанда "Йәйәүле" операцияһы башланды, ошо арауыҡта ғына 520-нән ашыу йәйәүлегә ҡарата административ эш асылған. Ә билдәләнмәгән урындан сыҡҡан өсөн 500 һум штраф ҡаралған.Йәйәүле операцияһы юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған йәйәүлене асыҡлау маҡсатында ғына уҙғарылмай. Шулай уҡ, зебра аша сығып барған кешеләргә юл бирмәгән водителдәр туҡтатыла һәм штраф һалына. Билдәле булыуынса, уның күләме аҙ түгел. Мәҫәлән, "Йәйәүле" операцияһы иғлан ителгәндән алып 429 водителгә ҡарата протокол төҙөлгән. Көн һайын республикала йәйәүлеләрҙе бәрҙереү осраҡтары теркәлә. Бының сәбәптәре – юл ҡағиҙәләрен инҡар итеү һәм иғтибарһыҙлыҡ, ти инспекторҙар.

Инспекторҙар граждандар, бигерәк тә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аңлатыу эше алып бара. Юл аша рәхсәт ителгән урындан ғына, машина яйлағанына инанғас ҡына сығырға кәрәклеген иҫләтә. Шулай уҡ кейемдә мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент булыу тураһында иҫкәртә. Йәйәүле операцияһы 6 апрелгә тиклем дауам итә.