Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты офицеры Фәдис Солтанов әйтеүенсә, бының сәбәптәре бик күп. Беренсенән, йәштәр Оборона министрлығы менән бер йылға иҫәпләнгән махсус контракт төҙөй. Йәғни, уларға махсус хәрби операцияла хеҙмәттә дауам итергәме юҡмы икәнен уйларға ваҡыт бирелә. Икенсенән, бер йылда хәрби байтаҡ ҡына аҡса эшләп өлгөрә. Уның хеҙмәт хаҡы бик юғары икәнен дә оноторға ярамай. Контракт төҙөгәндә, ул 1 миллион 400 мең һум аҡса ала. Шуның 1 миллионы-республиканан, 400 мең һумы Оборона министрлығынан. Бынан тыш, ҡайһы бер муниципалитеттар үҙ түләүҙәрен булдырған. Өсөнсөнән, дәүләт яҡлауы ла мөһим урын алып тора. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау буйынса 55 сара ғәмәлгә ашарыла. Йәштәр был туралабик яҡшы белә һәм фатир, автомобиль һатып алырға ниәтләй.
Республикала әле пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Кандидаттарҙың йәше 45 йәштән өлкән булмаҫҡа тейеш, ә FPV-дрон операторҙарының йәше 35 йәшкә тиклем булыуы мөһим. Хеҙмәт хәрби бәйләнеш һыҙығынан алыҫ үтә. Контракт бер йылға төҙөлә, һуңынан уны оҙайтырға мөмкин. Бында хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәр башҡа ғәскәр төрөнә күсә алмай. Студенттар ҙа академ отпуск алып ирекмән була ала. Ә бына бурыстары булған йәки хөкөмгә тарттырылған кешеләр был эшкә килә алмай. Тулыраҡ мәғлүмәтте 122-се номеры буйынса шылтыратып, йә Башбат.рф сайтына инеп белергә мөмкин.







