Беренсенән, йәштәр Оборона министрлығы менән бер йылға иҫәпләнгән махсус контракт төҙөй. Йәғни, уларға махсус хәрби операцияла хеҙмәтте дауам итергәме юҡмы икәнен уйларға ваҡыт бирелә. Икенсенән, бер йылда хәрби байтаҡ ҡына аҡса эшләп өлгөрә. Уның хеҙмәт хаҡы бик юғары икәнен дә оноторға ярамай. Контракт төҙөгәндә, ул 1 миллион 400 мең һум аҡса ала. Шуның 1 миллионы-республиканан, 400 мең һумы Оборона министрлығынан. Бынан тыш, ҡайһы бер муниципалитеттар үҙ түләүҙәрен булдырған. Өсөнсөнән, дәүләт яҡлауы ла мөһим урын алып тора. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау буйынса 55 сара ғәмәлгә ашарыла. Йәштәр был турала бик яҡшы белә һәм фатир, автомобиль һатып алырға ниәтләй. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләү
Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәренә йәштәр әүҙем яҙыла
Бының сәбәптәре бик күп.







