Пилотһыҙ осоу аппараттарының Өфөгә террор һөжүме

Нефть эшкәртеү заводтарына осоп килгән бер-нисә пилотһыҙ осоу аппараты бәреп төшөрөлдө, тип яҙа үҙ сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров.
  • Пилотһыҙ осоу аппараттарының Өфөгә террор һөжүме

Уларҙың береһенең ярсыҡтары сәнәғәт зонаһына төшкән. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Тағы ла бер дрон Ғафури урамында торлаҡ йортҡа бәрелеп шартлаған. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, бер-нисә фатир зыян күргән. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү өсөн прокуратурала ҡыҙыу линия эшләй. Уның номеры 273-64-54.