Башҡортостанда дрон менән идара итергә өйрәтәләр

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәрҙе дрон менән идара итергә өйрәтәләр.
  • Башҡортостанда дрон менән идара итергә өйрәтәләр

Контракт төҙөүселәр рәтендә — программистар, геймерҙар һәм IT-белгестәр. Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә тәжрибәһе булмағандар ҙа килә.

Пилотһыҙ осоу системалары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәргә инструкторҙар йәшелсә-емеш исемдәрен, һандар ҡулланып теге йәки был теманы өйрәтә.

Ир-уҙамандар араһында "Ястреб" ҡушаматлы егет тә бар. Ул Туймазы ҡалаһынан. Был ғәскәрҙә һәр яугирҙең яҡшы белгес булырға тейешлеген ул аңлай. Осоу аппараты менән тулыһынса идара итергә, һәр бер аҙымың өсөн яуаплы була белергә кәрәк, ти егет. Уның махсус хәрби операция биләмәһенә барыу теләге лә юҡтан ғына килеп сыҡмаған.

Әҙерлек пунктында пилотһыҙ системаларҙың бөтә төрҙәре менән танышыу үткәрәләр.

"Беҙгә мөрәжәғәт иткән граждандар бында һайлап алыу үтә. Әгәр ул критерийҙар буйынса тура килһә, пилотһыҙ ғәскәрҙәргә эләгә, әгәр юҡ икән, башҡа мотоуҡсылар ғәскәрҙәренә йүнәлтелә", — ти офицерҙар.

Инструкторҙар барыһы ла ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән һәм бай тәжрибә туплаған.

Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән кандидаттарҙы төркөмдәргә бүләләр. Берҙәр дрондарҙы хеҙмәтләндерһә, икенселәре оператор буласаҡ, ә кемдер техника өсөн программалар яҙыу өсөн яуаплы. "Защитник" һайлап алыу пунктында контрактҡа тағы бер нисә кеше ҡул ҡуйҙы. Киләһе айҙарҙа уларҙы оборона Министрлығының уҡыу үҙәктәрендә белем аласаҡ. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге, сәләмәтлеге буйынса А һәм Б категорияһына ҡараған, хөкөмгә тарттырылмаған Рәсәй граждандары һайлап алына. Контракт бер йылға төҙөлә. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр бер миллион дүрт йөҙ мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Әйткәндәй, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн төрлө ярҙам саралары менән күләмле программа тормошҡа ашырыла.