Республика башлығы юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эштәрен 1-се июнгә тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы

Яҙ һайын юлдар мәсьәләһе киҫкенләшә һәм водителдәр, юл хеҙмәттәре өсөн етди һынауға әйләнә.
  • Республика башлығы  юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эштәрен 1-се июнгә тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы

Ҡар менән бергә асфальт та ирей тигән лаҡап тап ошо осорҙа әйтелә. Быйылғы яҙ ҙа ғәҙәти маршруттар ҡаршылыҡтар һыҙатына әйләнде. Республикала һәр икенсе кеше водитель. Йәғни, миллионлаған кеше оран һала. Республика башлығы үҙе лә водитель, хәлдең нисек икәнен ишетеп кенә белмәй. Радий Хәбиров күп тапҡырҙар соҡорҙарҙы ремонтлау эштәрен тиҙ арала башҡарыу кәрәклеге тураһында әйтә килә. Хатта был мәсьәләне аҙналыҡ оператив хисапҡа индерергә лә ҡушты.

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тейешле хеҙмәттәр автомобиль юлдарының 40 процентында ғына 17 мең самаһы етешһеҙлек асыҡлаған. Быйыл ғына республикала 800 мең квадрат метрҙа моҡорҙар юҡ ителәсәк. Республика менән идара итеү Үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, соҡорҙарҙың иң күп өлөшө Өфөлә, Туймазы, Иглин, Яңауыл райондарында. Әле Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Күмертау һәм Шишмәлә асфальт-бетон заводтары эшләй башланы. Йәғни, тиҙҙән юлдарҙағы соҡорҙар мәсьәләһе хәл ителәсәк.