Өфөлә эттәрҙең кешеләргә ташланыу осраҡтары арта

Бер аҙнала 14 кеше, шул иҫәптән, дүрт бала зыян күргән.
  • Өфөлә эттәрҙең кешеләргә ташланыу осраҡтары арта
Уларҙың барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелгән. Һуңғы аҙнала ғына 152 эт ауланған. Йыл башынан ҡаланың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хужаһыҙ эттәргә бәйле 839 мөрәжәғәт килгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 82-гә күберәк. 1 мең 171 эт тотолған. Башҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Руслан Шәйҙуллин халыҡты һаҡ булырға һәм хужаһыҙ эттәр тураһында Берҙәм диспетчер хеҙмәте телефонына хәбәр итергә саҡырҙы.