Һаҡ булығыҙ, берәҙәк эттәр

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ, берәҙәк эттәр

Республиканың башҡалаһында йәмәғәт именлеге идаралығы инспекторҙары йорт ихаталары, төҙөлөш майҙансыҡтарында махсус рейдтар үткәрә башланы.Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, берәҙәк эттәр һаны көн һайын тиерлек арта. Улар өйөрҙәргә тупланып кешеләргә һөжүм итә башлағас, мәсьәлә тағы ла киҫкенләшә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан бер-нисә йыл элек Өфөлә 10 йәшлек малайҙы эттәр талап үлтергәнде халыҡ һаман да тетрәнеп иҫкә ала. Ҡорбандар һаны артмаһын өсөн берәҙәк эттәрҙе ваҡытында юҡ итергә, ә халыҡҡа һаҡ булырға һәм хәүфһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәһе генә ҡала.