Талпандан һаҡлан!

Миҙгел башынан Башҡортостанда 3 меңгә яҡын кеше талпандан зыян күргән.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, медицина учреждениеларына 2 мең 854 граждан мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 35,6 проценты балалар. Уҙған йылдың был осоронда 4 мең 665 кеше талпан ҡаҙалып, дауаханаға барған. Йәғни, быйыл ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ.