Ауыл хужалығына ла яһалма зиһен ярҙам итә

Аграр университетында малсылыҡта һәм үҫемселектә һайлап алыуҙы көйләү өсөн нейроселтәрҙәр уйлап тапҡандар.

Бынан тыш, һанлы технологиялар пилотһыҙ аппараттар менән эш итеүгә лә йүнәлтелә. Борсаҡҡа йүнәлтелгән камера уның һәр төргәген өйрәнә. Әммә был ябай фотоаппарат ҡына түгел, ә цифрлы фенотиплау өсөн фәнни ҡоролма. Ул үҫемлекте ентекләп тикшерергә һәм баһаларға ярҙам итә. Бар алынған мәғлүмәттәр шунда уҡ яһалма интеллект нигеҙендә программаға ебәрелә. Шуныһы ҡыҙыҡ, нейроселтәргә ебәрер алдынан йәш ғалимдар бөтә эште ҡул менән башҡара.

Нейроселтәр үҫемлектең бөтә элементтарын — япраҡтарын, һабаҡ-мыйыҡтарын, ҡуҙаҡтарҙы "хәтерендә" ҡалдыра. Аграр университеты студенттары хәҙер яһалма интеллектты уҡытыу менән шөғөлләнә. Киләсәктә был үҫемлектәрҙе һайлап алыуҙы көйләүҙә ярҙам итәсәк. Әлеге этапта эш киптерелгән өлгөләр менән алып барылһа ла, технологияны баҫыуға күсереү планлаштырыла.

Бының өсөн тикшеренеүселәр борсаҡты аногенез стадияһында аннотация үткәрә, йәғни, үҫемлектәрҙе уларҙың үҫеш процесында өйрәнә. Хәҙер был эш махсус климат камераларында башҡарыла, унда культураларҙы ҡәҙимге шарттарҙа үҫтерәләр. Эске өлөшөндә 950 миллиметр тәрәнлектәге бөтә өҫкө рәт һүрәтен теркәп бара алған стереокамералар ҡуйылған.

Үҫемлектәрҙе ерҙән генә түгел, һауанан да күҙәтәләр. Шулай итеп, пилотһыҙ осоу аппараттары, цифрлы технологиялар һәм интеллектуаль диагностика ярҙамында аграрийҙар ҙур майҙандарҙа бойҙай ауырыуҙарын асыҡлай аласаҡ.

Башҡорт аграр университетында пилотһыҙ осоу аппараттарында осорға ғына түгел, уларҙы йыйырға ла өйрәтәләр. Студенттар артабан ауыл хужалығында эште еңеләйтеү өсөн пилотһыҙ аппараттарҙы үҙҙәре йыя. Октябрҙән алып яһалма зиһенде сусҡаларҙа һынайҙар, һөҙөмтәләр иҫ киткес.

Хәҙер команда кластар һанын күбәйтеү өҫтөндә эшләй, артабан аныҡлыҡты арттырыу һәм прототипты тулы ҡиммәтле аппарат комплексына әйләндереү планлаштырылған. Был тикшеренеүҙәрҙең барыһы ла интеллектуаль системаларҙың фәнни-инновацион лабораторияһы нигеҙендә үткәрелә.

Үҫемлектәрҙе төшөрөү һәм эшкәртеү өсөн лаборатория комплекстары әҙер. Хәҙер планда  — баҫыуҙа эшләү өсөн шундай уҡ уңайлыҡтар булдырыу. Проектты тормошҡа ашырыуға быйыл уҡ тотоноу планлаштырыла.