Рөстәм Шәрипов республиканың башҡарма власть органдары даирәһендә ҙур тәжриәбе менеджер. Быға тиклем ул Хәйбулла районы хакимиәте эшмәкәрлеге өсөн яуап бирә ине.
Өфөгә бөгөн бер ни тиклем этәргес тә бирергә кәрәк. Икенсенән, быйыл ҙур кампанияларҙың береһе – баш ҡала советына депутаттар һайлау көтөлә. Ҡаланың ошо мәсьәләгә әҙер булыуы шарт. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән мегаполистың хужалығы ҙур. Был система ла ҡарауһыҙ ҡалырға тейеш түгел.
Рөстәм Шәрипов алдында торған тәүге бурыстарҙың береһе билдәле. Бөгөн Өфөлә көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙа ҡатмарлыҡтар күренә. Баш ҡала халҡы ошо йәһәттән борсолоу белдерә. Махсус һауыттар ҡуйылған майҙансыҡтар бөгөн сүп-сар менән тулған. Өфөлә йәшәүселәрҙең ризаһыҙлығы урынлы, ти Радий Хәбиров. Был проблема Хөкүмәттең дә иғтибарында ҡала.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡала советы ағзалары, урындағы хакимиәт белгестәре менән осрашасағы тураһында ла әйтте.







