Өфөгә бөгөн бер ни тиклем этәргес бирергә кәрәк. Икенсенән, быйыл ҙур кампанияларҙың береһе – баш ҡала советына депутаттар һайлау көтөлә. Ҡаланың ошо кампанияға әҙер булыуы шарт. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән мегаполистың хужалығы ҙур. Был система ла ҡарауһыҙ ҡалырға тейеш түгел.
Рөстәм Шәрипов билдәләүенсә, бөгөн төп маҡсаттарҙың береһе – Өфөлә коммуналь система тармағын камиллаштырыу, транспорт инфраструктураһын үҫтереү. Ҙур проекттарҙың береһе – Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға айырым иғтибар. Яңы башлыҡ мегаполис халҡы менән даими осрашасағы тураһында белдерҙе. Был хаҡта ул шәхсән, беҙҙең телекомпанияға биргә интервьюһында әйтте
Рөстәм Шәрипов 1982 йылдың 29 июлендә Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуған, БДУ-ның Сибай институтын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2000 йылда өсөнсө разрядлы маляр булып башлай, 2010 йылда Бөрйән районы хакимиәтенә иҡтисад бүлегенең төп иҡтисадсыһы булып килә. Күп тә үтмәй, муниципалитетҡа етәксе итеп тәғәйенләнә.







