Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында эш башланы

Республика һәр ваҡыттағыса ҡунаҡтарҙы үҙенең иҡтисады, технологиялары һәм йолалары менән үҙенсәлекле, заманса итеп таныштыра белә
  • Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында эш башланы

Башҡортостан стенды — яһалма зиһен эшләгән шәжәрәнән ғибәрәт. Ул үткәнде һәм киләсәкте берләштерә. Һәр кем республика, тарихы, технологиялары, иҡтисады, билдәле урындары һәм кешеләре тураһында һорау биреп, яуап ала ала. Стенд шул хәтлем үҙенсәлекле, ҙур, яҡты һәм заманса, унда хатта ҡунаҡтар фото төшөргә лә килә. Тап ошонда – махсус бүлмәләрҙә делегацияларҙың осрашыуҙары үтәсәк, ә программа бик бай. Делегацияны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Унда шулай уҡ, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, ойошма-компания вәкилдәре бар.