Башҡортостан һәр ваҡыттағыса хайран ҡалдыра. Санкт- Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумындағы экспозиция быға йәнә бер дәлил. Шәжәрә ағасы сифатындағы интерактив стенд, мәҫәлән, 6 метр бейеклектә. Ҙур эшлекле осрашыуҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, республиканың стенды-иң иҫтә ҡалғаны. Яһалма интеллектлы ағас — Башҡортостандың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында булған һәр һорауға яуап бирә.
Инвесторҙар өсөн ҡаҙаныштар, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр, төбәк технологиялары һәм йолалар. Стенд — ул тәү сиратта Башҡортостандың етештереү һәм сәнәғәт ҡеүәте менән таныштырыу. Республика иҡтисады бөгөн яһалма интеллек менән бергә үҫешә, интеграциялана. Быларҙың барыһын да инсталляция сағылдыра, уның ярҙамында һөйләү уңышлы алым, ти режиссер Айнур Асҡаров. Ул электрон «Шәжәрә Ағасы» авторҙарының береһе.
Форумдың тәүге көнөндә үк Башҡортостан стенды менән танышырға теләүселәр һаны йөҙҙән артты. Яҡты, заманса, интерактив ағасҡа иғтибар итмәү мөмкин түгел.
Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда республика делегацияһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Эшлекле даирәләр составында Премьер-министр Андрей Назаров, профиль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, ҙур эшҡыуарҙар бар. Төрлө килешеүҙәр һәм берлектәге проекттар булдырыу мөмкинлеген биргән форумдағы төп осрашыуҙар айырым программа буйынса алып барыла.
Башҡортостан делегацияһы республиканың төп иҡтисади партнерҙары булған Белоруссия, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан вәкилдәре менән ике яҡлы һөйләшеүҙәргә лә әҙерләнә. әңгәмәләрҙәге төп йүнәлеш – аграр сектор һәм сәнәғәт проекттары.
Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара форум Рәсәйҙә йылдың төп иҡтисади ваҡиғаһы. Башҡортостан өсөн был сарала – яңы партнерҙар, инвесторҙар табыу. Тимәк, республиканың социаль тормошо үҫешен тәьмин итеү.







