Башҡортостанда ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан уртаса 10 йылға аҙыраҡ йәшәй

Ир-егеттәр үҙҙәренә, һаулығына бөтөнләй битараф.
  • Башҡортостанда ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан уртаса 10 йылға аҙыраҡ йәшәй

Ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, һәр ваҡыт табипҡа барып тикшерелеп тора. Шул сәбәпле айырма килеп сыға ла инде. Белгестәр билдәләүенсә, әгәр кеше үҙенең һаулығы өсөн үҙе яуаплы икәнлеген аңламаһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәлде табиптар ғына хәл итә алмай. Табиптарҙа тикшерелеп тороуға иғтибар итергә кәрәк. Мөмкинлектәр була тороп та күптәр диспансеризация үтеүҙе кәрәк тип тапмай. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлығы 75 йәшкә яҡынлаша.