Бөгөн Өфөлә Өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башлана

Күләмле сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән етмештән ашыу коллектив сығыш яһай.
  • Бөгөн Өфөлә Өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башлана

Ижади форум көндөҙгө сәғәт 3-тә “Башҡортостан дәүләт концерт залы янындағы майҙанда бейеү флешмобы һәм Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне менән башланып китә. Артабан ҡатнашыусылар парад менән Ленин урамы буйлап үтеп Совет майҙанында йыйыла. Бында киске сәғәт алтыла Фольклориаданы асыу тантанаһы үтә.

Фольклориаданы уҙғарыуға бәйле ҡалала өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнде.

Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә ҡала үҙәгендә тығындар күҙәтелә. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә. Егерме етенсе июнгә тиклем Пушкин һәм Совет урамдары буйлап Совет майҙаны яны ябыҡ ҡала. Бөгөндән Театр урамында ла транспорт хәрәкәте сикләнде. Ул аҙна аҙағына тиклем ғәмәлдә. Ә киске сәғәт етегә тиклем Ленин урамында, Октябрь революцияһында, Киров өлөшләтә юл ябыҡ ҡала. Иртәгә, егерме бишенсе июндә, киске алтыға тиклем Дим паркы һәм Затонда «Тулҡын» янында туҡталҡалар ябыла. Сикләүҙәр ваҡытында эргә-тирәләге ихаталарҙан сығыу юлдарын да бикләүҙәре ихтимал.