Валентина Матвиенко Өфөлә үткән балалар фольклориадаһына юғары баһа бирҙе

Рәсәй Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко Өфөлә үткән балалар фольклориадаһына юғары баһа бирҙе.
  • Валентина Матвиенко Өфөлә үткән балалар фольклориадаһына юғары баһа бирҙе

Республикала үткән ошо сарала тураһындағы доклад менән Юғары палатаның пленар ултырышында Башҡортостандан сенатор, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәров сығыш яһағайны. Балалар фольклориадаһында 80-гә яҡын төбәктән 85 коллектив, меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа һәм был мөһим сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.