«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә йыл башынан алып табиптар 97 мең 557 кешене ҡабул иткән һәм 27 мең 73 тикшереү үткәргән. Социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға шик табылған бөтә пациенттарҙы өҫтәмә тикшеренеүгә һәм дауаланыуға йүнәлткәндәр. Акция Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Сәләмәтлек поездары
Был аҙнала "сәләмәтлек поездары" Баймаҡ, Баҡалы, Борай, Йәрмәкәй, Иглин, Ишембай, Мәсетле райондарына юллана.







