"Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк" акцияһы сиктәрендә күсмә бригадалар 159 мең 550 тапҡыр ҡабул иткән һәм 42 м 733 тикшереү үткәргән.
Табиптар 8 мең 218 сирҙе, шул иҫәптән социаль әһәмиәтле 3 мең 176 ауырыуҙы тәүге тапҡыр асыҡлаған. Ҡаты ауырыуҙарға шик табылған кешеләр өҫтәмә тикшеренеү үтергә һәм дауаланырға йүнәлтелгән.
17 августан 23-нә тиклем "Сәләмәтлек" поездары Йылайыр, Ҡыйғы, Салауат, Ҡариҙел, Миәкә, Дәүләкән, Күгәрсен, Ейәнсура һәм Өфө райондарында йәшәүселәрҙе ҡабул итә. Был акция Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола һәм "Оҙон һәм әүҙем тормош" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.







