Үҙенең тиңһеҙ батырлыҡтары менән йәштәргә әле лә өлгө

Легендар летчик Муса Гәрәевтың исемен донъя картаһында, атап әйткәндә, Арктикала мәңгеләштереү ҡарала.
  • Үҙенең тиңһеҙ батырлыҡтары менән йәштәргә әле лә өлгө

Муса Ғайса улы йәштәргә үҙенең тиңһеҙ батырлыҡтары менән йәштәргә әле лә өлгө булып тора. Бер-нисә быуын өсөн рухи йүнәлеш биргән батыр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.

Яҡташыбыҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев хәтере хәҙер донъя картаһында мәңгеләштерелә. Яңы Ер архипелагындағы морондарҙың береһен хәҙер тап Муса Гәрәев исеме менән атайҙар.

Муса Ғайса улы үҙенең батырлығы ғына түгел, ә тормошта йәштәр өсөн өлгө булараҡ миҫал. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Мусаға 20 йәш тулмаған була. Легендар штрумовик, Советтар Союзының 2 тапҡыр геройы буған яҡташыбыҙ Сталинградтан Көнсығыш Пруссияға тиклем яу юлдарын уҙа. Муса Ғайса улының хәрби дуҫы “осоусы танк” тип аталған Ил 2 самолеты. Яуҙаштары менән бергә дошман аэродромдарын утҡа тотҡан легендар яугир йөҙҙәрсә осош яһай.

Был самолеттарҙың Өфө күгенә күтәрелеүе осраҡлы түгел. Авиашоу батыр осоусоның тыуыуына 104 йыл тулыу айҡанлы ойошторолғайны. Илештә тыуған Муса Гәрәев техникумда, аэроклубта белем ала. Һуңынан Энгельс ҡалаһына, хәрби осоусылар мәктәбенә юллана. Ватан һағына 1942-се йылда баҫҡан штрумовик Советтар Союзы, сит илдәр күген азат итә. 2 тапҡыр Советтар Союзы геройы исеменә Муса Гәрәев 22 йәшендә лайыҡ була. 9-сы майҙы Мәскәүҙә ҡаршы алған һалдат Еңеү парадында ла ҡатнаша. Һуғыш тамамланғандан һуң Муса Гәрәев авиация полкы менән етәкелек итә, Юғары Совет депутаты итеп һайлана. 64 йәшендә запасҡа оҙатылһа ла, оҙаҡ йылдар Башҡортостан ДОСААФын етәкләй. Вазифаһына ҡарамаҫтан, өйҙә ябай кеше, ғаилә башлығы булып ҡала. Муса Гәрәев кеүек шәхестәр тураһында фильмдар төшөрөлә, репортаждар яһала, хатта скульптуралар әҙерләнә. Уның исеме бөгөн мәҙәниәт һәм сәнғәттә генә мәңгеләштерелмәй. Батырлығы яугирҙәргә өлгө. Ил һаҡсылары ике тапҡыр Советтар Союзы геройының юлын дауам итә. Легендар осоусының исеме хәҙер донъя карталарында урын ала. Граждандар аваицияһы ветераны Рифғәт Динисламовтың тәҡдиме Башҡортостан етәкселегендә лә хуплау тапты. Документ федераль кимәлдә лә раҫланды.