Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышлана. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фестивалдә ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыттағыса бер стакан һөт менән ҡаршылаясаҡтар. Быйыл башҡала халҡын һәм туристарҙы һөт йәрминкәһе һәм фермер баҙары, сыр кибете һәм бал зонаһы, «Ҡымыҙ ауылы» һәм «Экоауыл», шулай уҡ яңы интерактив форматтар көтә. Тәүге тапҡыр шулай уҡ ғаилә цирк труппаһы сығыш яһаясаҡ, йәш ярымдан алып дүрт йәшкә тиклемге балалар өрөп тултырылған уйынсыҡтар менән «Быҙау сабыштарында» ҡатнаша.
Һөт иле
Был аҙнала баш ҡаланың «Ҡашҡаҙан» паркында «Һөт иле» ғаилә фестивале үткәрелә.







