Һөт иле

Башҡортостан Башлығы «Һөт иле-2026» фестивалендә булды.
  • Һөт иле
Сара Ҙур һәм татыу Ғаилә йылына бағышланды. Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһы менән танышты, компаниялар һәм хужалыҡтар вәкилдәре менән тармаҡты артабан үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.
Быйыл "Һөт иле" фестивалендә һөт ризыҡтарының киң ассортиментын сығарған 150 етештереүсе ҡатнашты. Байрамға килеүселәрҙе бер стакан һөт менән ҡаршы алдылар. Быйыл 60 меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән һөт әҙерләгәйне.
Башҡортостан Башлығы һөт продукцияһы етештереүсе ҙур предприятиеларҙың экспозицияларын, шулай уҡ фермерҙар продукцияһы йәрминкәһен ҡараны. Төрлө предприятиелар етәкселәре менән күҙкә-күҙ осрашып инфестиция проекттары, үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләште. Төбәктең ауыл хужалығы продукцияһы баҙарында «Һөт кухняһы» проекты мөһим урын биләй, уның сиктәрендә балалар, йөклө ҡатындар һәм бала имеҙгән әсәләр өсөн продукция етештерелә. Былтыр уны 20 меңдән ашыу кеше бушлай алған. Бренд тауарҙарының географияһы ла киңәйә – таратыу пункттары менән бер рәттән хәҙер уларҙы сауҙа селтәрҙәрендә лә һатып алырға мөмкин. Фестиваль майҙансығында Радий Хәбиров «Ҡымыҙ ауылы» тематик зонаһында булды һәм етештереүселәр менән традицион башҡорт эсемлеген экспортлауҙы үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе. Республика етәксеһе урындағы продукцияны популярлаштырыу һәм төбәктең агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн был сараның мөһимлеген билдәләне.