Музейҙағы яңыртыу эштәре тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин. Рәсәй музейҙары мөхитендә Михаил Гаухман билдәле шәхес.
Ул ун йылдан ашыу коллекциялар именлеге һәм ғилми эштәр өсөн яуаплы. Запастарҙағы һәр ҡумтала һаҡланған экспонаттарҙы үҙенең 5 бармағы кеүек белгән эксперт әйтеүенсә, экспозицияларға һәр саҡ һаҡсыл ҡараш кәрәк. Яңы ҡоролма фарфор, металл, керамика, быяланан торған бер-нисә экспозиция өсөн тәғәйенләнгән. Хәҙер һәр экспонаттың урыны булған кеүек, уларҙы ғилми яҡтан тикшереү мөмкинлеге киңәйә.
Башҡортостандың төп музейы фондтары ғына түгел, ә күргәҙмә залдары ла бөгөн яңы һулыш кисерә. Йәш тамашасылар, мәҫәлән, интерактив ҡомлоҡ менән ҡуллана ала. Яңылыҡтарҙың береһе – микроскоптар. Уның ярҙамында донъяны ҡабаттан күҙәтеү, өйрәнеү өсөн шарттар булдырылды. Шулай ҙа, Милли музей бөгөн үҙенең иң ҡиммәтле экспонатының “Ирәндек айыуы” алтын киҫәге булыуын йәшермәй. Был ҡиммәтле металл киҫәге тамашасыларға һирәә күрһәтелә. Уны һаҡлау шарттары үҙгәрмәһә лә, яңы ҡоролманы урынлаштырыу ай аҙағында тамамлана.







