Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү аҙағына яҡынлаша

Уны яңыртыу эштәре былтыр "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә башланғайны.
  • Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү аҙағына яҡынлаша

Уны яңыртыу эштәре былтыр "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә башланғайны. Әле парк биләмәһендә эштәр ҡайнай. Радий Хәбиров бындағы эштәр барышы менән тағы ла бер тапҡыр танышып сыҡты. Төҙөкләндереү эштәре бында йылдам бара. Йәмәғәт контроле көслө. Парк күҙгә күренеп матурая. Парктағы объекттар уйланып эшләнгән. Ул ике биләмәгә бүленгән. Беренсеһе — ял итеү өсөн, икенсеһе — әүҙем ял өсөн тәғәйенләнгән. Паркка төрлө урындарҙан инергә мөмкин. Әммә төп инеү урынында төҙөүселәр порт һәм коллонадалы тарихи конструкцияға өҫтөнлөк биргән. Төҙөүселәр әйтеүенсә, инженер селтәрҙәре әҙер тиерлек. Республикалағы иң ҙур памп-трек та бында урынлашасаҡ.