Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү тамамланыу алдында

Ул Республика көнө алдынан асылырға тейеш.
  • Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү тамамланыу алдында
Күләмле төҙөкләндереү эштәренең төп үҙенсәлеге-тарихҡа һаҡсыл ҡараш. Паркта һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындар ғына түгел, хатта һуҡмаҡтар ҙа һаҡланып ҡалған.Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған күләмле эштәргә йәмәғәтселектең иғтибар ҙур. Йәмәғәт палатаһында барлыҡҡа килгән эшсе төркөм ремонт эштәре барышын, технологияларҙың теүәл үтәлешен, тарихи ҡомартҡыларға һаҡсыл ҡарашты етди күҙәтеүгә алды.
Тап Ленин паркында Александр Матросов, Арыҫлан Мөбәрәков, республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәлдәр ҡуйылған. Туғандар ҡәберлегенә пандустар эшләнгән. Ике фонтан элекке йөҙөн һаҡлап төҙөкләндерелгән.
Парк ике биләмәгә бүленгән. Беренсеһе- ял итеү өсөн, икенсеһе әүҙем ял өсөн тәғәйенләнгән. Паркка төп инеү урынында архитекторҙар порт һәм коллонадалы тарихи конструкцияға өҫтөнлөк биргән. Барлыҡ инженер селтәрҙәр алыштырылған, видеокамералар ҡуйылған, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, яңыртылған Ленин паркы ҡала халҡының ял итеү, төрлө әүҙемлектәр өсөн яратҡан урынына әйләнәсәк.