Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан күптән инде халыҡ-ара һәм федераль кимәлдәге сараларҙы юғары кимәлдә үткәргән конгресс үҙәгенә әйләнгән. 2015 йылда Өфөләге ШОС һәм БРИКС саммиттарына тиклем һәм унан һуң Башҡортостан ҡунаҡхана һәм турист инфраструктураһын нығытып, конгресстар өсөн заманса майҙансыҡтар булдырҙы, күпләп ҡунаҡтар ҡабул итергә һәләтле.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар объекттарҙың самммит үткәреүгә әҙерлеген ентекләп тикшерҙе. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса эшсе төркөм һәм юл картаһы булдырырға ҡарар ителде.







