Республика башлығы төбәктәге юлдарҙың боҙолоуына бәйле бик ҡаты белдереү яһаны

Беҙҙең тырышлыҡты саманан тыш артыҡ йөк тейәгән машиналар юҡҡа сығара, тине Радий Хәбиров һәм цифрлы накладнойҙар эшләргә ҡушты.
  • Республика башлығы төбәктәге юлдарҙың боҙолоуына бәйле бик ҡаты белдереү яһаны

Мәсьәләне хәл итеү өсөн 1 октябрҙән Башҡортостан юлдарын һаҡлау программаһы башлана. Асыҡланыуынса, "Башкиравтодор" предприятиеһы юл ҡатламын һаҡлау буйынса талаптарҙы инҡар итә. Әгәр ҙә ошо мәғлүмәт раҫлана икән, ойошма етәксеһе эштән ҡыуыласаҡ.