Республиканың пилотһыҙ системаларға ҡаршы тороусы «БАРС» отрядының мобиль ут төркөмдәре резервсылары Үҙәк хәрби округ полигондарының береһендә махсус күнекмәләр барышында әүҙем әҙерлек алып бара. Игеҙәк Артем менән Глеб Некулёвтар ҙа хәрби әҙерлек программаһынан ситтә тороп ҡалмаған. Тыуғандан алып айырылышҡан юҡ, бында ла бергә килдек, ти улар.
Автомобилдәргә урынлаштырылған һәм парлаштырылған пулеметтарҙан ут асыу буйынса, шулай ук тактик медицина буйынса дәрестәргә ҙур иғтибар бүленә. Бынан тыш, күнекмәләр сиктәрендә шәхси состав шартлы дошмандың һауалағы дрондарын юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән махсус «Елка» дрон-эҙәрлекләүселәрен ҡулланыу һәм осороу алгоритмдарын эшләй. Уҡыу программаһы махсус хәрби операция тәжрибәһен иҫәпкә алып төҙөлгән. Күнекмәләрҙе үҙәк хәрби округы яугирҙары үткәрә.
Инструкторҙар резервсыларҙы һауа сәптәренә ут асыу нигеҙҙәренә, атыу күнекмәләренә, шулай уҡ ҡурҡыныс янаған осраҡта нисегерәк эш итеү тактикаһына өйрәтә.Резервсыларҙың контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән айырмаһы -резервта булыуҙы төп эш урыны буйынса хеҙмәт эшмәкәрлеге менән берләштереү мөмкинлегендә.Йыйындар тамамланғас, резервсылар Башҡортстан биләмәһендәге йәшәйеште тәъмин итеүсе мөһим объекттарҙы һәм инфраструктураны һаҡлау бурыстарын үтәү өсөн дежур тороу урындарына китәсәк.







