Илдең хәрби резервы отряды яугирҙары күнекмәләр башланы

Өс аҙна дауамында улар тактик, медицина һәм ут асыу әҙерлеге үтә.
  • Илдең хәрби резервы отряды яугирҙары күнекмәләр башланы

Һуңынан республика күген дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлауға тотонасаҡ. Беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙма.

Барс отрядының буласаҡ резервистары. Уларҙың күбеһе ҡыҙыу нөктәләрҙә алышҡан һәм хәҙер ҙә Ватанды һаҡлауға баҫа. Араларында махсус хәрби операция ветерандары бар. Фил позывнойлы яугир фронтта ике йыл һуғышҡан. Көнъяҡ Донецк йүнәлешендә снайпер булған. Тылға ҡайтҡас гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү эшенә ылыға. Хәҙер мобиль оператив төркөм командиры. Хәрби бурысын үтәү алдынан яугирҙарҙы башҡа төбәктәрҙә урынлашҡан полигондарға күнекмәләргә ебәрәләр, бында улар өс аҙна дауамында тактик, медицина һәм ут асыу әҙерлеге үтә.

Резервта торғандарҙың хеҙмәте айырыла, хәрби йыйындар тамамланғас улар өйҙәренә ҡайта һәм элекке хеҙмәт урындарында эшләүен дауам итә. Хәрби йыйындар 60 көнгә һуҙыла, 15 көнө хәрби күнекмәләргә арнала һәм ҡалғаны сәнәғәт объекттарын һаҡлау менән үтә. Ғаризаны урындағы хәрби комиссариатта яҙырға мөмкин. Отряд командиры билдәләүенсә, яугирҙар тупланған, әммә "Барс"та хеҙмәт итергә теләүселәр кәмемәй.

Күк йөҙө һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында. Барс отрядының мобиль төркөмдәре Өфөлә һәм республиканың башҡа райондарында хеҙмәт итә. Бурысты үтәү өсөн яугирҙар пулеметтар, разведка саралары, Бпла-ны асыҡлаған детекторҙар, радиоэлектрон көрәш комплекстары һәм махсус дрондар менән тәьмин ителә.Программа махсус хәрби операция тәжрибәһенән сығып эшләнгән. Яуҙа ҡатнашҡан инструкторҙар төркөм составында бәләкәй дрондарҙы алдан атып төшөрөү алымдарын камиллаштыра. Резервистар Елка тип аталған дрондарҙы дошман БПЛА-һына ҡаршы осорорға өйрәнә.Резервистар сәнәғәт объекттарын, социаль учреждениелар һәм торлаҡты һаҡлау менән шөғөлләнә. Отрядтың төп маҡсаты – пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүмен кире ҡағыу. Подразделение ойошторолғандан алып яугирҙар 35-тән ашыу БПЛА-ны юҡ иткән.Ай һайын күнекмәләргә 150-нән ашыу резервист ебәреләсәк. Дежурлыҡҡа торор алдынан, төрлө хәүеф тыуғанда тиҙ ҡарар ҡабул итер алдынан, республика күген һаҡлауға тотонор алдынан ул етди әҙерлек үтә. Барс отрядына төрлө һөнәр эйәләре килә, әммә уларҙың барыһын да бер маҡсат берләштерә – республика һағына тороу.