Волейбол буйынса турнир

Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Ғәлин Уйылдан Нурғәле улы иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте.
  • Волейбол буйынса турнир

Быйыл да ярышта республика журналистары — телевидение һәм радио хәбәрселәре, гәзит-журналдар мөхәррирҙәре, Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе, Уйылдан Ғәлиндың яҡындары һәм Ишембай районы хакимиәте йыйылма командалары ҡатнашты. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы.

Уға ни бары 45 йәш ине. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә бөтә республика халҡының оло ихтирамын, мөхәббәтен яулаған көслө журналист, талапсан, әммә ғәҙел, һүҙендә торған етәксе, изге күңелле замандашыбыҙ ине Уйылдан Ғәлин. Ул ғүмеренең 24 йылын яратҡан һөнәренә бағышланы. Радио һәм телевидение эшенең бар нескәлеген белде. Хәбәрсенән алып мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәте мөхәррире вазифаһына тиклем күтәрелде. 2004-2010 йылдарҙа Башҡортостан Президенты хакимиәте һәм Хөкүмәте журналистары пулында эшләне. 2011 йылда телевидение студияһының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе итеп тэгэйенлэнэ. "Телеүҙәк", "Махсус репортаж", "Йәнле ауыл", "Арыҫлан" ирҙәр клубы, "Алтын көҙ", "Власть менән һөйләшеү" проекттарының ойоштороусыһы һәм алып барыусыһы була.

2014 йылда Уйылдан Нурғәле улы "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул башҡорт телендәге иртәнге тура эфир теҙмәһен үҙгәртә. Уның башланғысы менән бихисап маштаблы проектар, улар иҫәбендә "Рәсәй 1-Башҡортостан" каналында "Хәбәрҙәр" төбәк яңылыҡтары сыға башлай. Ә иң мөһиме, "Башҡортостан 24" муниципаль телеканалы үҙ эшен башлай. Уйылдан Нурғәле улы республикала спорттың үҫешенә ғәйәт күп көс һалды. Волейбол, баскетбол, футбол, көрәш булһынмы – спорттың һәр төрөн үҫтереү яҡлы булды һәм яҡындарын, хеҙмәттәштәрен дә ул спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәне, тырышып эшләргә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә бөтә шарттар тыуҙырҙы.

Ярыш Уйылдан Ғәлинды иҫкә алыу, ауылдаштарын, яҡындарын, туғандарын бергә туплау, йәштәрҙә спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошто пропагандалау сараһы. Уйылдан һәр ваҡыт коллегаларын яҡын күрҙе, бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, ярҙам итергә тырышты. Хөрмәт йөҙөнән хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары ла уға арналған турнирҙа бик теләп ҡатнашты.Сара туғандарса йылы мөхиттә үтте.

Әммә ярыш үҙе көсөргәнешле барҙы. Командалар был юлы етди әҙерләнгән.Турнир һөҙөмтәләре буйынса шәп уйынсылар билдәләнде. Иң яҡшы һөжүм итеүсе тип журналистар командаһынан Артур Батыршин танылды. Иң яҡшы пас биреүсе тигән исем Ишембай районы хакимиәте командаһынан Дилә Исмәғилеваға бирелде. Ә иң яҡшы уйынсы номинацияһында Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы командаһынан Рөстәм Рәшитов лайыҡ булды.

Шулай уҡ турнирҙа иң шәп көйәрмән, иң йәш уйынсы һәм иң оло волейболсы билдәләнде. Әйткәндәй, радио һәм телевидение ветераны Рафаэль Йосопов 78 йәш булыуына ҡарамаҫтан йәштәргә мах бирмәне.

Уйылдан Нурғәле улының ҡыҙы Мәҙинә лә атаһы хөрмәтенә майҙанға сыҡты һәм волейболсыларҙы оҫта уйыны менән һоҡландырҙы.Быйыл турнирҙа күп командалар ҡатнашырға теләк белдерһә лә дүртәүһе генә фатиха алды. Урман-Бишҡаҙаҡ урта белем биреү мәктәбе спорт залында Уйылдан Ғәлиндың ауылдаштары, туғандары, коллегалары һәм район хакимиәте белгестәре көс һынашты.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса "Урман-Бишҡаҙаҡ" ауылы командаһы беренсе урынды яуланы. Былтырғы чемпиондар быйыл да һынатманы, Уйылдан Ғәлин исеменә тап төшөрмәне. Икенсе, өсөнсө урындарҙы республика журналистар йыйылма командаһы һәм Ишембай районы хакимиәте командаһы бүлеште.Турнирға йыйылған бөтә кешеләр өсөн бушлай туҡланыу ойошторолдо. Килгән коллегалары, туғандары, дуҫтары һәм ауылдаштары зыяратҡа барып, Уйылдан Ғәлинды иҫкә алды, аяттар ҡылды. Яңыраҡ ҡустыһы һәм ғаиләһе мәрмәрҙән ҡәбер ташы ҡуйған.

Билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлиндың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар дауам итә. Октябрь башында Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында үҫмерҙәр араһында самбо һәм ҡул һуғышы буйынса турнир ойошторорға йыйыналар. Шулай уҡ, Ишембайҙа яңы урамға һәм Урман-Бишҡаҙаҡ урта белем биреү мәктәбенә Уйылдан Ғәлиндың исемен биреү буйынса мәсьәлә хәл ителә.