РМЛИ-ға юл

Башҡортостанда йәш математиктарҙы Бәшир Рәмиев исемендәге лицей-интернатына һайлап алыу башлана.
  • РМЛИ-ға юл

1 октябрҙә "РМЛИ-ға юл" тигән олимпиадала ҡатнашыу өсөн теркәү асылды. Уның йомғаҡтары буйынса тәүге уҡыусылар лицей-интернатҡа алынасаҡ. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәп Радий Хәбировтың шәхсән башланғысы. Ул ил президенты Владимир Путинда ла яҡлау тапты. Лицей 360 урынға иҫәпләнгән. Унда алтынсы кластан унынсы класҡа тиклем талантлы балалар ҡабул ителәсәк. Һайлап алыу өс этаптан торасаҡ. Тәүге этап "Сириус. Курсы" платформаһында ойошторола. Икенсеһенә тәүге этапта еңеүселәр Өфөгә саҡырыласаҡ. Өсөнсө этап — йәйге математика мәктәбе. Математика лицейының буласаҡ уҡыусылары үҙҙәрен бар яҡлап күрһәтергә тейеш.