Хөкүмәт премьер-министры бәләкәй ауылдарҙа һәр кем медицина ярҙамын алырға тейеш, ә бының өсөн табиптар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк, тине. Александр Шельдяев шулай уҡ Мишкәләге полилингваль мәктәптә булды. Бында төкәтмә төҙөргә уйлайҙар. Ул ваҡытта инде балалар бер сменала ғына уҡыясаҡ. Хөкүмәт рәйесе башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса интерактик кабинет эшләргә һәм уҡыусыларҙың Марий Элға автобуста барыуын тәьмин итергә ҡушты. Александр Шельдяев марый тарихи-мәҙәни үҙәге эше менән танышты, райо үҫешенә арналған кәңәшмә үткәрҙе.







