Математика лицей-интернаты Башҡортостанда дөйөм белем биреү системаһының флагманына әйләнәсәк

Унда 6-сы класстан 11-се классҡа тиклем талантлы балалар ҡына уҡыясаҡ.
  • Математика лицей-интернаты Башҡортостанда дөйөм белем биреү системаһының флагманына әйләнәсәк

Уларға пелагог-новаторҙар белем бирәсәк.

Математика лицей-интернаты "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге, Евразия фәнни белем биреү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йорттары, фәнни ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Уҡыу йортонда математика, информатика, программалау өлкәһендә лидерҙар әҙерләнәсәк.

Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө былтыр башланғайны.

Белем усағына һайлап алыу өс этаптан тора. Тәүге этап Сириус. Курсы. Платформаһында ойошторолдо. Икенсеһенә тәүге этапта еңеүселәр Өфөгә саҡырыла. Өсөнсө этап — йәйге математика мәктәбе.

"Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәп Радий Хәбировтың шәхсән башланғысы. Ул ил президенты Владимир Путинда ла яҡлау тапты.