Миәкә районының Елдәр ауылындағы үҙәк Дим буйы оҫталарын берләштерергә тейеш. Бынан тыш, урындағы мәктәптә балаларҙы балаҫ һуғырға өйрәтеү буйынса дәрестәр ҙә алып барыла. Үҙгәрештәр башланғысы – республика етәксеһе Радий Хәбиров менән үткән йыл тура эфирҙағы һөйләшеү һөҙөмтәһе. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән яҙмала.
Кәсепселәр әйтеүенсә, бөгөн ҡул эштәренә һорау күп. Бынан тыш, креатив индустрияны үҫтереү урындағы ҡаҙна өсөн дә әһәмиәтле. Елдәр мәктәбендә хәҙер айырым оҫтахана асылған. Тәүге дәрестәр балаларҙың да өлкәндәрҙең дә күңеленә хуш килгән.
Башҡортостан башлығы Гранты нигеҙендә ойошторолған “Хазина” үҙәген финанслау өсөн 500 мең һум аҡса бүленгән. Проект авторы Рөстәм Кәлимуллин әйтеүенсә, үҙәктә балалар балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнһә, өлкәндәр иһә айырым музей өсөн балаҫтар әҙерләйәсәк. Елдәрҙә "башҡорт балаҫы" музейын ойоштору ниәте бар.
Елдәрҙәге "Хазина" башҡорт балаҫы үҙәге декабрҙә эш башлаясаҡ. Киләсәктә уны айырым туристик комплекс итеп үҙгәртеп ҡороу ниәте лә бар.
Шулай ҙа, бөгөн мәктәп уҡыусыларының күңеленә хуш килгәне – яңы шөғөл. Ауыр, ҡатмарлы эштең тәүге аҙымы, әлбиттә, буласаҡ балаҫтың һүрәттәрен яһау. Ә кемдер иһә үҙен оҫта тип тә атай ала. амелия Миңлеғәлиева, мәҫәлән, халыҡ кәсебе үткәндәрҙе, тимәк, тарихты тергеҙеү, тип иҫәпләй.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура эфирҙа алтынсы йыл рәттән уҙған һөйләшеүе һөҙөмтәләре лә яҡын арала билдәле буласаҡ. Был әңгәмәлә лә субъект өсөн иң көнүҙәк мәсьәләләргә аныҡлыҡ индереләсәк.







