Радий Хәбиров "Уфимец" дрондарын эшләүҙе һәм беҙҙең яугирҙарға ебәреүҙе күбәйтергә ҡушты

Тура бәйләнеш ваҡытында республика башлығы Таһир Күсимов исемендәге мотоуҡсылар полкына "Уфимец" дрондарын оҙатыуҙы арттырырға ҡушты.
Радий Хәбиров "Уфимец" дрондарын эшләүҙе һәм беҙҙең яугирҙарға ебәреүҙе күбәйтергә ҡушты

Ошондай мөрәжәғәт менән РАдий Хәбировҡа пилотһыҙ системалар взводы командиры Михаил Балакин мөрәжәғәт итте. Яугир билдәләүенсә, республикала эшләнгән "Уфимец" дрондары үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Ул был аппараттарҙы яңыртырға һәм "Башҡортостан" полкына күберәк дрондар ебәреүҙе һораны. Радий Хәбиров пилотһыҙ аппараттар эшләүҙе арттырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.