"Йыл һайын айыуҙарҙы атып алыуға тейешле квота бүленә. Һуңғы йылдарҙа һунарсылар уны алып бөтмәй, һөҙөмтәлә ҡырағай йәнлектәр һаны арта бара. Был иһә айыуҙарҙың ауылдарға яҡынлашыуына килтерә, кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары теркәлә, үлем менән тамамланған фәжиғәләр ҙә бар. Шуға күрә властар мәсьәләне хәл итеү юлдарын барлай. Айыуҙарҙың кәмеүенә ҡурҡыныс янамай. Уларҙың һанын көйләү мөһим. Шуға күрә лә беҙ яңы саралар күрәбеҙ. Рәсми атып алынған айыу өсөн республика бюджетынан 50 мең һум бүленә. Был һунарсыларҙы дәртләндереү һәм айыуҙар һанын тейешле кимәлгә еткереү өсөн эшләнә", — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы айыуҙарҙың артыуына аңлатма бирҙе
Башҡортостан Башлығы айыуҙарҙың артыуына аңлатма бирҙе.







