Гирляндаларҙың дөйөм оҙонлоғо ғына 370 километр самаһы буласаҡ. Байрамды лайыҡлы ғына түгел, ә сағыу итеп ҡаршылау өсөн бөгөндән хәстәрлек күрелә. 11 декабргә тиклем биналарҙа, урамдарҙа һәм йәмәғәт киңлектәрендә, парктарҙа һәм скверҙарҙа яңы йыл уттарын ҡабыҙыу, 15 декабргә тиклем шыршылар ҡуйыу, тауҙарҙы сертификациялау буйынса саралар үткәреү, 25 декабргә тиклем яңы йыл ҡаласыҡтары ҡороу һәм тантаналы асыу ҡарала. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова төрлө арт-обьекттар һәм иң мөһиме – тере шыршылар вәғәҙәләй.
Башҡортостанда Яңы йылға әҙерләнәләр
Республика ҡала-райондарында быйыл йөҙәрләгән майҙансыҡта шыршылар ҡуйыла.







