Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала һәм райондарҙа 2 меңгә яҡын шыршы ҡуйыла. Һуңғы йылдарҙа декабрҙең йылы һәм ҡарһыҙ булыуын иҫәпкә алып, муниципалитеттар Яңы йылға ҡала-ауылдарҙың үҙәк урамдарын һәм майҙандарын заманса арт-объекттар менән биҙәй башланы. Яңы йылға Башҡортостанда 378 километр оҙонлоҡтан ашыу иллюминация ҡуйыласаҡ. Район һәм ҡала биләмәләрендә Яңы йыл иллюминациялары 5 декабргә тиклем ҡуйылырға тейеш. Яңы йыл байрамдары барышында 1 меңдән ашыу төрлө сара уҙғарыла. Уларҙа 300 мең бала ҡатнашыр тип күҙаллана. Байрамға әҙерлек тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты.
Яңы йыл алдынан киьеттәр йәнәләнә, тик әлегә шау-шыу күҙәтелмәй әле. Әммә Өфөлөләр магазиндарҙа биҙәүестәр, гирляндалар һәм шыршы уйынсыҡтарын әүҙем һайлай.Быйыл сауҙа үҙәктәре байрам мөхитен ғәҙәттәгенән иртәрәк булдыра башланы. Йүнселдәр яңы йыл биҙәүестәренә һәм бүләктәренә ихтыяжды иғтибар менән күҙәтә. Һатып алыусыларҙы тынысландырырға ашығалар – хаҡтарҙың артыуы көтөлмәй.Ҡала урамдары ла үҙгәрә. Өфөлә бер нисә майҙансыҡта пиксель шыршылар ҡорола. Ә спорт Һарайы алдында 20 метрлыҡ ҡышҡы һылыуҡайҙы ҡуйғандар.Өфөнөң бөтә биләмәһендә Яңы йылды байрам итеүгә ҙур әҙерлек йәйелдерелде. Республиканың баш ҡалаһында 71 яңы йыл майҙансығы һәм 13 боҙ ҡаласығы асыласаҡ. Башҡортостанда 378 километр оҙонлоҡтан ашыу иллюминация ҡуйыласаҡ. 22 декабргә тиклем урамдарҙы тулыһынса төҙөкләндереү һәм биҙәү планлаштырыла. Эш барышы һауа шарттарына ла бәйле – ҡыш әлегә үҙ хоҡуҡтарына инергә ашыҡмай.Шулай уҡ республика халҡын һәм ҡунаҡтарын сағыу байрам программаһы көтә. Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында меңдәрсә мәҙәни ваҡиға: халыҡ күңел асыуҙарынан һәм саф һауалағы йәрминкәләрҙән алып 25 декабрҙә Үтәсәк Төп Республика шыршыһына тиклем. Ә 2026 йылдың башында "Аксаков шыршыһы" һаулыҡ үҙенсәлектәре булған балаларҙы бергә йыйып, уларға байрам бүләк итәсәк.







