Ҡарһыҙ Башҡортостан яңы йылға әҙерләнә

Декабрь аҙағынаса республика ҡала-райондарында барлығы мең алты йөҙ шыршы ҡуйыла.
  • Ҡарһыҙ Башҡортостан яңы йылға әҙерләнә

Боҙҙан яһалған 700-ҙән ашыу һын да байрам кәйефен өҫтәргә тейеш. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин сюжеты.

Ҡыҙыл, заңгәр, йәшел. Бындағы һәр бер уттың нисек балҡыуын шәхсән ҡарайҙар. Ут буйынса донъяға билдәле архитектор Валерио Фести иллюминацияһы Рәсәйҙең башҡа ҡалаларын да, шул иҫәптән, Өфөнө лә биҙәй.

Италия инсталляцияһы ғына түгел, ә баш ҡаланың төп урамдарын яҡтыртҡан башҡа ошондай элементтар ҙа бөгөн ентекле һынау уҙа. Әйткәндәй, Өфө гирляндаларының дөйөм оҙонлоғо 18 километр. Яңы йылға тиклем айҙан ашыу ваҡыт булһа ла, ул аҙ мөҙҙәт. Үҙәк урындарҙың береһе – Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан.

Ә Ленин исемендәге майҙанды бейеклеге 30 метр булған һәм пикселле шыршы биҙәйәсәк. Ҡыш бабай тирмәһе янында тағы бер шыршы ҡуйыу ниәте бар.

Өфө кибеттәрендә лә бөгөн яңы йыл уйынсыҡтары һәм бүләктәре менән ҡыҙыу сауҙа бара.

Дөйөм алғанда, яңы йыл алдынан Өфөлә 119 урында шыршы ҡуйылып, 25 майҙанда боҙ ҡаласыҡтары төҙөләсәк.