Геройҙар дәүере

Радий Хәбиров махсус хәрби операция ветерандарын "Геройҙар дәүере" программаһында ҡатнашырға саҡыра.
  • Геройҙар дәүере
Унда юғары белеме булмаған йәки уҡыу йортонда уҡый башлап, тамамламаған яугирҙар ҡатнаша ала.
"Проекттың өсөнсө ағымы тап улар өсөн тәғәйенләнгән. Белем биреү 3 йыл дауам итә. Ир-егеттәрҙе һайлап алыу 25 ғинуарға тиклем бара. Энергияғыҙ, алғы һыҙыҡта сынығыу үтеүегеҙ, иң яҡшы сифаттарығыҙ Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн мөһим. Проект яңы үҫешкә этәргес бирә", — тип белдерҙе республика етәксеһе.
Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланған Рәсәй Геройы Денис Чернавин һәм Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡовты миҫал итеп, улар һәм башҡа ир-егеттәр беҙҙең идара итеү командаһы өсөн терәк булып тора, тине.