70 ауырыуҙан дауа

Тулыраҡ: 70 ауырыуҙан дауа

Батырҙар эсемлеге, халҡыбыҙҙың шифалы ҡымыҙы бѳгѳн дә ҙур иғтыяж менән файҙалана. Йылдан-йыл ҡымыҙ эшләүселәр һаны арта бара. Ә бәғзе берәүҙәре иһә шифаханаларҙы йыл әйләнәһенә яңы һауылған бейә һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙ менән тәъмин итә. Ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Минзилә Антиповаға көнөнә 400-500 литр бейә һөтөн эшкәртергә тура килә. Һәр ерҙәге кеүек үк был хеҙмәттең дә ыңғай һәм кире яҡтары бихисап, ти ул. Минзәлә Антипова әйтеүенсә, ҡымыҙ сит еҫтәрҙе „яратмай„ Шифалы эсемлекте бешкән кешенән хушбуй, косметика һәм башҡа ҡырҡыу еҫтәр сыҡмаҫҡа тейеш.Ҡымыҙ эшләү күсмә халыҡтарҙа борондан булған. Әммә уны бешеү сит-ят кешеләрҙән сер итеп һаҡланған. Эсемлек үҙенсәлекле тәмен юғалтмаһын, шифаһын һаҡлаһын, тиһәгеҙ, хатта малҡайҙарҙы көткән ваҡытта ла режимды теүәл үтәргә кәрәк, ти көтөүсе Заһир Йәмиров. Әлеге ваҡытта хужалыҡта 700 башҡа яҡын йылҡы иҫәпләнә, уларҙың 230-ы — һауын бейәләре. Былтыр 42 тоннаға яҡын ҡымыҙ етештерелһә, быйыл шифалы эсемлекте 45 тоннаға еткерергә уйлайҙар „Байрамғол„ агрофирмаһында.Шифалы эсемлек йылдан-йыл киң танылыу яулай бара, шуға ла хужалыҡты алдағы йылдарҙа тағы ла киңәйтергә уйлайбыҙ, ти агрофирма етәкселәре.