Республикала ул ял көнө тип иғлан ителгән. Байрамды бөтә мосолмандар ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп алды. «Ҡорбан» һүҙе «яҡынайыу» мәғәнәһендә, Аллаһы Тәғәләгә изге ғәмәлдәр менән яҡынайыуҙы аңлата. Байрам көнөндә ҡорбан ҡылыу — бөйөк бүләккә ирештерә торған яҡшы эш. Ҡорбан өсөн мал – дөйә, һыйыр, кәзә йәки һарыҡ махсус һимертелә. Салынасаҡ мал һау-сәләмәт булырға тейеш. Иттең бер өлөшө ярлыларға һәм мохтаждарға таратыла, икенсе өлөшөн байрам табынын әҙерләү, туғандарға, дуҫтарға бешереп ашатыла, ә өсөнсө өлөшөн инде мосолман үҙеңә алып ҡалырға мөмкин. Мәккә Мәҙинәлә был көндәрҙә донъяның барлыҡ тарафтарынан миллиондарса мосолмандар йыйылған. Ҡорбан байрамы көнөндә диндарҙар тәүәф ҡыла.
Бөгөн Ислам диненең оло байрамы - Ҡорбан ғәйете
Тулыраҡ: Бөгөн Ислам диненең оло байрамы - Ҡорбан ғәйете